Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәш ғалимдар халыҡ-ара конкурста ҡатнаша ала

Йәмғиәт

Үҫмерҙәр өсөн халыҡ-ара фәнни конкурсты Google компанияһы иғлан итте. Унда 13 йәштән 18 йәшкә тиклемге яңғыҙ тикшеренеүсе лә, 2-3 кешенән торған төркөм дә ҡатнаша ала.  

Йәш ғалимдар конкурсҡа хәҙерге заман өсөн мөһим ижади проекттар тәҡдим итергә тейеш. Проекттар ике минутлыҡ видеороликтар, йәки мотлаҡ инглиз телендә аңлатыу яҙмалары менән 20 слайд формаһында ҡабул ителә.

2011 йылдың майында 15 финалист иғлан ителәсәк. Уларҙы компания штабына, Калифорнияға, ғилми күргәҙмәгә саҡырасаҡтар, унда эштәрҙе танылған ғалимдар, шул иҫәптән Нобель лауреаттары баһалаясаҡ. Артабан ҡатнашыусыларҙың өс йәш төркөмөнән – 13-14 йәш, 15 йәш һәм 17-18 йәш – берәр еңеүсе һайлап аласаҡтар.

Фәнни конкурста ҡатнашыуға заявкаларҙы 2011 йылдың 4 апреленә тиклем http://www.google.com/events/sciencefair/ сайтында урынлаштырырға кәрәк .

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть