Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанға оториноларингология профиле буйынса 669 квота бүленде

Йәмғиәт

2011 йылда федераль бюджет средстволары иҫәбенә Башҡортостанға оториноларингология профиле буйынса юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеүгә 669 квота бүленде. Шул иҫәптән өҫкө тын алыу юлдары ауырыуҙарын дауалауға 369 квота һәм кохлеар имплантация йүнәлеше буйынса балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам күрһәтеүгә 300 квота. Был турала «Рәсәй Федераль медик-биологик агентлығының ғилми-клиник оториноларингология үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһының Өфө филиалы директоры Әдип Мөҡминов хәбәр итте.

— Квоталар Башҡортостан халҡына ла, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ауырыуҙар өсөн дә бүленә, — тип өҫтәне Әдип Мөҡминов. – Йәғни улар юғары махсус медицина ярҙамын бушлай аласаҡ.  

Ул шулай уҡ, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы тарафынан Өфө филиалына бүленгән 669 квотанан Башҡортостан халҡына 80-е тура килә, шуның унауы — кохлеар имплантация буйынса операцияларға, тип билдәләне.

Былтыр Өфө филиалына юғары технологик ярҙам күрһәтеүгә 180 квота бүленгәйне, шуларҙың 120-һе —  кохлеар имплантация буйынса.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть