5 декабрь, Дүшәмбе

31 ғинуар 2011 йыл, 12:33

Февралдә Башҡортостан пенсионерҙары арттырылған пенсия аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

1 февралдән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы хеҙмәт пенсиялары күләме арта. Уның бөтөн суммаһы 8,8 процентҡа юғары буласаҡ.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айындағы пенсия күләмен 1, 088-гә ҡабатлап, өҫтәмәне үҙегеҙгә һанап сығарырға мөмкин.

Индексация һөҙөмтәһендә беҙҙең республика буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 7973 һум, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 8290 һум тәшкил итәсәк.  

— Республикала хеҙмәт пенсияһын алыусыларҙың барыһы ла, ә улар республикала бер миллион самаһы кеше, 2 февралдән яңы күләмдә пенсиялар аласаҡ, — тип ышандырҙы Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Социаль пенсиялар, дәүләт пенсиялары, шулай уҡ федераль ташлама алыусыларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләмен ағымдағы йылдың 1 апреленән арттырыу планлаштырыла.

темалар: Пенсия фонды