Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Салауатнефтеоргсинтез» «Газпром нефтехим Салауат» тип үҙгәртелде

Иҡтисад

28 ғинуарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙарының ситтән тауыш биреү формаһында сираттан тыш дөйөм йыйылышы үткәрелде. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, акционерҙарҙың дөйөм йыйылышы фирмаға «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тигән яңы исем биреү буйынса Йәмғиәттең яңы редакциялағы уставын раҫланы.  

Бөгөн «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙә төп нефтехимия үҙәктәренең береһе булып тора. Предприятие 140-тан ашыу атама менән продукция сығара, шул иҫәптән 70-тән ашыуы төп продукция атамалары.

Продукцияһының сифаты бөтә донъя стандарттарына тап килә, быны абруйлы Рәсәй һәм сит илдәр күргәҙмәләрендә яуланған наградалар раҫлай. Илдең иң ҙур экспортеры булараҡ, «Салауатнефтеоргсинтез» акционерҙар йәмғиәте продукцияһының өстән бер өлөштән ашыуын сит ил ҡулланыусыларына оҙата. Экспорт географияһы 20-нән ашыу яҡын һәм сит илдәрҙе солғап ала. Экспорт продукцияһы исемлегенә 20-нән ашыу атама инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть