11 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2011 йыл, 9:07

Иртәгә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә санитар-эпидемиологик именлек мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин

автор: Евгений Рәхимҡолов

2 февралдә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә санитар-эпидемиологик именлекте тәьмин итеү буйынса федераль ҡануниәт талаптарын үтәү мәсьәләләренә бәйле граждандар ҡабул итеү үтәсәк. Халыҡты Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Роберт Тәкәев ҡабул итәсәк.

Ҡабул итеү сәғәт 10-да башлана.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы).

Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс