7 декабрь, Шаршамбы

31 ғинуар 2011 йыл, 11:48

Башҡортостан Берлинда «Йәшел аҙна»ла 9,9 миллион евроға өс инвестиция проекты тәҡдим итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәйҙең Берлинда «Йәшел аҙна-2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуына яҡынса йомғаҡ яһаны. Күргәҙмәнең беренсе эш көндәрендә дөйөм суммаһы 218,2 миллион евролыҡ 13 халыҡ-ара килешеү һәм котракт төҙөлгән. Был килешеүҙәр малсылыҡ, үҫемлекселек һәм мелиорацияны үҫтереү, ауыл араһындағы юлдар төҙөлөшө, болан ите һәм бал менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.

Дөйөм алғанда Рәсәй Федерацияһының 12 субъекты дөйөм суммаһы 2,19 миллиард евролыҡ 81 инвестиция проектын тәҡдим иткән. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Республикабыҙ аграрийҙары менән 9,9 миллион евроға өс инвестпроект күрһәтелгән.  

Башҡортостандан абруйлы аграр форумда ике предприятие — «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы ҡатнашты. Башҡортостанға инвесторҙар йәлеп итеү һәм бөтөн донъя берләшмәһен төбәк етештереүселәре продукцияһы менән таныштырыу – республиканың күргәҙмәлә ҡатнашыуының төп маҡсаты.