4 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2011 йыл, 11:47

Республика умартасылары Берлин «Йәшел аҙна»һында дүрт контракт төҙөнө

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы дүрт немец фирмаһы: «Leon GmbH», «Leis GmbH», «Imkerei Sondermann», «Berjozka Lebensmittelhandel» менән умартасылыҡ продукттары нигеҙендә етештерелгән аҙыҡ-түлек, дауалау-профилактика һәм косметика продукциялары оҙатыуға оҙайлы ваҡытҡа контракттар төҙөү тураһында һөйләшеп килеште.

Шулай уҡ Германияның умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты менән инә ҡорттарҙы яһалма аталандырыу, бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелде.  

Башҡортостан умартасыларына тәҡдим ителгән продукцияһының юғары сифаты һәм киң ассортименты өсөн махсус приз тапшырылды.