Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Бер аҙнала икенсел торлаҡҡа хаҡтар Өфөлә 0,7 процентҡа артты

Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы квадрат метрына 46,08 мең һум тәшкил итә. Уҙған аҙнала ул 0,7 процентҡа артты.

Фатирҙарҙың бөтөн сегменты ла ҡыйбатланған: ике бүлмәлеләр — 0,6 процентҡа, бер һәм өс бүлмәлеләр — 0,7 процентҡа. Республиканың баш ҡалаһында күп бүлмәле торлаҡҡа уртаса хаҡ 0,8 процентҡа күтәрелгән.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәте буйынса, ҡалала иң арзан өс бүлмәле фатир әлеге мәлдә 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 16,5 миллион һум тора. Был Ағалы-энеле Кадомцевтар урамындағы   дүрт бүлмәле фатирҙың дөйөм майҙаны 175 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән иң арзан хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 квадрат метр. Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны – 450 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть