9 декабрь, Йома

31 ғинуар 2011 йыл, 10:59

Президент бәләкәй бизнестың ҙур проблемаларын хәл итергә саҡырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын бәләкәй бизнестың ҙур проблемаларын хәл итеүҙә төбәк етәкселегенә ярҙам итергә саҡырҙы. Ул йәкшәмбе көндө «Йәнле журнал»дағы үҙ блогында ошондай саҡырыу менән мөрәжәғәт итте.

Президент теләүселәрҙең барыһына ла бәләкәй бизнес темаһына үҙ фекерҙәрен белдерергә: уға был өлкәләге ҙур һалымдар һәм ҡаршылыҡтар тыуҙырыу тураһында хәбәр итергә, шулай уҡ һалым системаһын һәм биналарҙы ҡуртымға алыу тәртибен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә тәҡдим итте.  

Халыҡтан алынған мәғлүмәт, Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, бәләкәй һәм урта бизнестағы проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Ул бигерәк тә күптән түгел БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән Руслан Кинйәкәев өсөн файҙалы буласаҡ. Президент, Руслан Кинзйәкәев тиҙҙән «Йәнле журнал»да үҙ битен асыр һәм халыҡ менән уның блогы аша түгел, ә туранан-тура аралаша башлар, тигән ышаныс белдерҙе.