9 декабрь, Йома

31 ғинуар 2011 йыл, 9:59

Күрше төбәктәрҙең башҡорттар Ҡоролтайҙары етәкселәре менән осрашыу үтте

автор: Марина Шумилова

Өфөлә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһының башҡорттар йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашыу үткәрелде. Уны Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән ватандаштар менән эшләү комиссияһы ойошторҙо. Осрашыуҙа Силәбе өлкәһенең Башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүза Ғайсина, Ырымбур өлкәһенең «Каруанһарай» башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Ғәбитов, Татарстан Республикаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы Башҡарма комитеты рәйесе Фирҙәүес Бәширова, БР Мәғариф министрлығының баш белгесе Динә Шәрипова, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Минлеғәфүр Зәйнетдинов, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ватандаштар менән эшләү комиссияһы рәйесе урынбаҫары Римма Сөләймәнова, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төбәктәр менән хеҙмәттәшлек буйынса баш белгесе Азамат Сөләймәнов, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән килеп Башҡортостан вуздарында уҡыған студенттар һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡыусылары ҡатнашты.

— Беҙҙең эштә ватандаштарыбыҙҙың мәғариф өлкәһендә, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын белеү бик мөһим. Һеҙ 2011 йылда ҡайһы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкин булыуын, уҡырға инеү ҡағиҙәләрен һәм быйыл Башҡортостан Республикаһынан ниндәй тәҡдимдәр буласағы, профессия йүнәлеше биреү эше үткәреләме-юҡмы һәм Башҡортостан мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса берҙәм мәғлүмәт үҙәге ҡасан ойоштороласағы хаҡында белергә тейешһегеҙ , — тип билдәләне Азамат Сөләймәнов. – Беҙгә республикала белем алыусы балалар менән асыҡтан-асыҡ эскерһеҙ һөйләшеү бик мөһим.  

Осрашыуҙа башҡорт милли мәҙәниәтен үҫтереүгә, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә төбәктәр менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә йүнәлтелгән киң саралар ойоштороуға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде.  

Осрашыу аҙағында Минлеғәфүур Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе. Был милли музыкаль ҡоралда уйнау оҫтаһы башҡорт көйҙәрен уйнап ҡына ҡалманы, башҡорт ҡумыҙының тарихы тураһында ла һөйләне, төрлө халыҡтарҙың ҡумыҙҙарын да күрһәтте.  

Азамат Сөләймәнов Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекккә бүләктәр тапшырҙы.