4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2011 йыл, 17:01

Илдең аграр вуздары өсөн «Сәләмәтлек» II Спартакиадаһы Башҡортостанда үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы аграр вуздарының профессор-уҡытыусылар составы араһында «Сәләмәтлек» II Спартакиадаһы Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында үтәсәк. Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәү, Волгоград, Красноярск, Брянск, Белгород һәм башҡа ҡалаларҙан 25 юғары уҡыу йорто вәкилдәре ҡатнашыуға заявка бирҙе.  

Ярыштар 31 ғинуарҙа башланасаҡ, 2 февралдә тамамланасаҡ. Асыу тантанаһы 31 ғинуарҙа 14 сәғәттә Йәштәр һарайында үткәрелә.

Шахмат, өҫтәл теннисы, волейбол, йөҙөү, саңғы уҙышы, мини-футбол, атыу, дартсе буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.

Сараның маҡсаттары — илдең агросәнәғәт комплексы системаһында спорт традицияларын һаҡлау, ветерандарҙы физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, Рәсәй аграр вуздары хеҙмәткәрҙәренең дуҫтарса бәйләнештәрен нығытыу, вуздарҙың профессор-уҡытыусылар составының һәм хеҙмәткәрҙәренең спорт оҫталығын арттырыу, вуздарҙа физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны үҫтереү.