Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Иң талап ителгән белгестәр аталды

Йәмғиәт

Өфөлә айырыуса сауҙа өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр, профилле техник белгестәр, дөйөм етәкселек менеджерҙары һәм маркетинг бүлеге белгестәре етешмәй.

АНКОР кадрҙар холдингы тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, Өфөлә сауҙа буйынса менеджержарға һәм сауҙа вәкилдәренә талап 57 процент тәшкил итә. Был бөтөн Волга буйындағыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

Шулай уҡ инглиз телен белгән инженер-механиктар, баш инженерҙар һәм техник белгестәр етешмәүе күҙәтелә. Хеҙмәт баҙарында дөйөм етәкселек менеджерҙарына һәм маркетинг бүлеге белгестәренә талап техник белгестәрҙән ҡалышмай. Уларға дефицит 29 процент тәшкил итә.

Өфөлә, бөтә Волга буйындағы кеүек үк, программистар, слесарҙар, электрогазосварщиктар, склад хеҙмәткәрҙәре талап ителә. Шулай уҡ кадрҙар холдингы төбәктә төп средстволарҙы иҫәпкә алыу буйынса бухгалтерҙар һәм хәүеф менән идара итеү белгестәре етешмәүен билдәләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть