3 декабрь, Шәмбе

28 ғинуар 2011 йыл, 14:24

«Башҡортостан сифаты» билдәһе иң яҡшы продукцияға һәм хеҙмәткә биреләсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда быйыл «Башҡортостан сифаты» билдәһе» программаһы сығарыласаҡ. Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһы проект инициаторы булып сығыш яһай. Был хаҡта Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһы идараһы һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының сауҙа буйынса комитеты ултырышында белдерелде.

Программаның төп маҡсаттары — продукция һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифатының дөйөм кимәлен яҡшыртыу, Башҡортостан Республикаһының ҡулланыусылар баҙарын юғары сифатлы продукция һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеү, эшҡыуарҙарҙы продукция һәм хеҙмәттәрҙең юғары сифатына өлгәшеүгә, уларҙың йәмәғәт танылыуы яулауына һәм ҡулланыусыларҙың ышанысын нығытыуға дәртләндереү. Бынан тыш, проектты ойоштороусылар, был программаны ғәмәлгә индереү Башҡортостан предприятиелары продукцияһының һәм хеҙмәттәренең конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә, етештерелгән тауарҙарға һәм күрһәтелгән хеҙмәттәргә ижтимағи мөһим талаптар формалаштырыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй. Элекке йылдарҙа илебеҙҙә ватаныбыҙҙың иң яҡшы тауарҙарына Сифат билдәһе бирелә һәм улар халыҡтың ышанысы менән файҙалана ине бит.  

Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһы рәйесе Илдар Ғарифуллин әйтеүенсә, хәҙер яраштырыу процесы бара, йәйгә «Башҡортостан сифаты» билдәһе» программаһы ғәмәлгә индерелергә тейеш.