5 декабрь, Дүшәмбе

28 ғинуар 2011 йыл, 13:03

ӨДНТУ Асыҡ ишектәр көнө үткәрә

автор: Эльмира Сабирова

Алдағы ял көндәрендә Өфө дәүләт нефть техник университеты Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.

29 ғинуарҙа 13 сәғәттә сара юғары уҡыу йортоноң һигеҙенсе корпусында (элекке Орджоникидзе һарайы) үтәсәк. 30 ғинуарҙа сәғәт 12-лә — Менделеев урамы,195 адресы буйынса архитектура-төҙөлөш факультетында.

Сара сиктәрендә мәктәпте тамамлаусылар, уларҙың ата-әсәләре, колледж һәм училищелар уҡыусылары Рәсәйҙең төп юғары профессиональ белем биреү уҡыу йорттарының береһе менән таныша аласаҡ.  

Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ректор, проректорҙар, факультеттар декандары, вуздың ҡабул итеү комиссияһы ағзалары яуап бирәсәк.

Асыҡ ишектәр көнөндә абитуриенттар өсөн һәр факультетҡа һәм һәр белгеслеккә, шулай уҡ ӨДНТУ-ның Иҡтисад институтына һәм Вузға тиклем белем биреү үҙәгенә ентекле характеристика биреләсәк. Улар өсөн университет буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.

темалар: мәғариф