7 декабрь, Шаршамбы

28 ғинуар 2011 йыл, 12:50

Рәхсәтһеҙ ауланған йәнлектәр Башҡортостанда браконьерҙар кеҫәһен таҡырайтасаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

Браконьерҙарға хәҙер Башҡортостанда законһыҙ ауланған үрғуян өсөн 17 мең самаһы сығарып һалырға тура киләсәк. Законһыҙ ауланған мышы 200 мең самаһы суммаға кеҫәне таҡырайтасаҡ, ә рөхсәтһеҙ атылған айыу 500 мең һумға тиерлек  барып баҫасаҡ. Ҡырағай хайуандарҙы законһыҙ аулау арҡаһында хайуандар донъяһына килтерелгән зыян күләмен иҫәпләүгә хәҙер ошондай яңы ҡараш булдырылды.  

Бынан ары браконьер эшләгән зыянды иҫәпләгәндә хайуандар доньяһына килтерелгән тура зыян ғына түгел, уның тыумай ҡалған тоҡомо ла иҫәпкә алынасаҡ.  

Сумманың билдәле сиктәре бар, сөнки хисаплағанда йәнлектең йәше лә иҫәпкә алына. Зыяндың дөйөм күләме билдәләнгән таксалар һәм «Б.М. Жидков исемендәге Бөтә Рәсәй һунарсылыҡ хужалығы һәм йәнлекселек ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт ғилми учреждениеһы мәғлүмәттәре нигеҙендә һумдарҙа иҫәпләнә.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, законһыҙ ауланған мышы өсөн зыян күләме — 195 мең һум, айыуға – 475 мең, үрғуянға – 17,8 мең, ҡабанға – 183 мең, төлкөгә — 41 мең, һуйырға – 8,7 мең, өйрәккә 3,7 мең һум тәшкил итәсәк.

Ошондай иҫәпләү алымдары беҙҙең Волга буйы федераль округы буйынса күршеләребеҙҙә – Удмуртияла, Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә ҡулланыла башлаған да инде.