10 декабрь, Шәмбе

28 ғинуар 2011 йыл, 12:42

«Сода» йәмғиәте тәбиғәтте һаҡлау сараларына 800 миллион һум инвестицияларға планлаштыра

автор: Светлана Ғәфүрова

«Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Башҡортостан район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы тикшереү үткәрҙе. Уның барышында ҡайһы бер тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоуҙар асыҡланды, предприятие етәкселеге фекеренсә, улар тирә-яҡ мөхиткә артыҡ зыян килтермәне.

Регламенттарҙы күҙәтеү буйынса документтар әҙерләүгә ҡағылышлы етешһеҙлектәрҙең күбеһе бөтөрөлдө лә инде. Ҡалғандары буйынса саралар күрелде: яҙ индереләсәк махсус программалар эшләнде.

«Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Рәсәйҙең иң ҙур химия тармағы предприятиеларының береһе. Предприятие етәкселеге тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн тулы яуаплылыҡ тоя һәм экологик йүнәлеште үҙ эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө тип иҫәпләй.

Предприятиела етештереүҙең бөтә стадияларында экологияға кире йоғонтоно мөмкин тиклем кәметеү буйынса даими эш алып барыла. «Экология һәм 2006 — 2010 йылдарға «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәбиғи ресурстары» программаһы эшләнде һәм үтәлде, ул үҙ эсенә күп сараларҙы индерҙе.

Дөйөм алғанда, 2008–2010 йылдарҙа предприятие тәбиғәтте һаҡлау сараларына 526 миллион һумдан ашыу аҡса тотондо. Әлеге ваҡытта 2011-2015 йылдарға экологик программа төҙөү буйынса эш алып барыла, унда тәбиғәтте һаҡлау бурыстарына 800 миллион һумдан ашыу аҡса инвестициялау ҡарала.