4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 14:51

Көньяҡ Урал үҫеше программаһын әҙерләү тамамланыуға бара

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов рәйеслегендә эш кәңәшмәһе үтте, унда 2011–2015 йылдарға Башҡортостандың Көньяҡ Уралын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы проектының һуңғы редакцияһы ентекле ҡаралды.

Уның төп положениелары “Башҡортостандың Көньяҡ Уралы” тематик блогында (http://zauralie.livejournal.com) урынлаштырылған. Вице-премьер билдәләүенсә, был программаны тикшереүгә йәмәғәтселектең киң даирәләрен йәлеп итеү маҡсатында эшләнгән, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.