6 декабрь, Шишәмбе

28 ғинуар 2011 йыл, 11:27

Өлкән йәштәгеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу программаһын тикшерҙеләр

автор: "Башинформ"

Кесе йома, 27 ғинуарҙа, Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов һәм БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашлығында һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы президиумы ултырышы үткәрелде.

Көн тәртибенә 2011-2013 йылдарҙа тормошҡа ашырырға билдәләнгән өлкән йәштәгеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән төбәк программаһын эшләү тураһында мәсьәлә индерелде. Бындай программалар Рәсәй Федерацияһының һәр субъектында эшләнәсәк һәм индереләсәк. Был турала ҡарар Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумының былтыр октябрҙәге ултырышы йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде.

Фидус Ямалтдинов президиум ағзаларын "Халыҡ университеттары" проектының төп маҡсаттары һәм бурыстары, унда уҡытыласаҡ дисциплиналар һәм уҡырға теләүселәрҙе ҡабул итеү тәртибе менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, быйыл 15 мең кешене уҡытыу күҙ уңында тотола.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙа "Башҡортостан Республикаһында 2011 йылға өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар өсөн социаль туризмды үҫтереү" проекты тураһында белдереү ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, был проект 70 процентҡа бюджет средстволары һәм 30 процентҡа бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финансланасаҡ, тип билдәләне. Быйыл сараларҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 36,9 миллион һум бүлергә планлаштырыла. Был программа сиктәрендә Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр буйлап турҙар ойоштороласаҡ.