Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Дания илсеһе республика етәкселеген Рәсәй-Дания осрашыуына саҡырҙы

Сәйәсәт

Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Том Рисдаль Йенсен Башҡортостан етәкселегенә 2011 йылдың мартында үтәсәк Иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса хөкүмәт-ара Рәсәй-Дания советының сираттағы сессияһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Был турала ул журналистарға республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан һуң хәбәр итте.

Йенсен әфәнденең һүҙҙәренә ҡарағанда, Совет составына бер нисә эшсе төркөм, шул иҫәптән энергетика буйынса ла, инә. Илсе, Дания менән Башҡортостан араһында энергияны һаҡлау өлкәһендә иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында бөгөнгө килешеүҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандың Совет сессияһында ҡатнашыуы бик урынлы буласаҡ, тип иҫәпләй.

— Был сессияла энергетика мәсьәләләрен генә түгел, шулай уҡ башҡа йүнәлештәрҙә, мәҫәлән, ауыл хужалығында хеҙмәттәшлек перспективаларын да күтәрергә мөмкин буласаҡ, — тине Йенсен әфәнде. – Башҡортостан, моғайын, был өлкәлә партнерлыҡ менән дә ҡыҙыҡһыныр.

Илсе, беҙҙең республика территорияһында берлектәге производстволар төҙөүҙе яҡын араларҙа ентекле тикшереү планлаштырылды, тип билдәләне.

— Дания компаниялары Башҡортостан территорияһында инвестиция проекттарына средстволар һалырға әҙер. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ, һеҙҙең төбәктә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, ә республика бюджеты яңы һалым керемдәре менән тулыланасаҡ, — тине илсе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть