4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2011 йыл, 9:24

Өфө лимонарийында мушмула өлгөрҙө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө лимонарийында йыл әйләнәһенә уңыш йыйыла. Бер экзотик емештәргә алмашҡа икенселәре килә. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре әле генә лимондар йыйып алғайны, инде мушмула өлгөрҙө. Был емеш ағасының тыуған ере тип Кавказ иҫәпләнә. Һары бәрхәт емештәр сливаны хәтерләтә. Уларҙың тәмен экзотик үҫентеләр плантацияларын тәрбиәләүҙә ярҙам иткән студенттар тейешенсә баһалап та өлгөргән. Лимондарҙан айырмалы мушмула емештәрен лимонарий һатыуға сығармай. Улар үрсетеүгә китә.  Әлегә быяла аҫтында емеш биреүсе бер генә ағас үҫә, бер аҙҙан бында  ҙур мушмула баҡсаһы буласаҡ.

Әйткәндәй, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан лимонарийҙың төп культуралары мул уңыш биргән. Быйыл бында 22 тонна цитруслылар йыйып алынған.

Әлегә талымлы үҫемлектәр һыуыҡтарға бирешмәй, ти уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Садиҡова. Белгестәр теплицаларҙа тейешле микроклимат һаҡларға тырыша. Тиҙҙән, февраль уртаһында, лимонарийҙа иң матур мәл – сәскә атыу осоро башланасаҡ.