Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дания Башҡортостанға энергияны һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим итте

Сәйәсәт

Дания Башҡортостан менән энергияны һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүгә әҙер. Мөмкин булған партнерлыҡ йүнәлештәрен республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Том Рисдаль Йенсен 27 ғинуарҙа үткән осрашыуҙа тикшерҙе.

Дипломаттың һүҙҙәренә ҡарағанда, Данияның энергия һөҙөмтәлелеге өлкәһендә 40 йыллыҡ эш тәжрибәһе тупланған,  дат компаниялары уны Башҡортостан менән уртаҡлашырға әҙер.

— Бында электр энергияһын, йылылыҡты, һыуҙы һәм энергия ресурстарының башҡа төрҙәрен һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында һүҙ бара, — тип аңлатты ул. – Шулай уҡ беҙ энергияны иҫәпкә алыуҙың юғары технологик приборҙарын тәҡдим итә алабыҙ.

Йенсен әфәнде, Данияның ҙур «Данфосс» компанияһының Рәсәйҙә үҙ производство линиялары бар ҙа инде, һәм бөгөн уның белгестәре Башҡортостанда ошондай уҡ производстволар асыу буйынса перспективалы проекттар эшләргә әҙер, тип билдәләне.

— Осрашыу йомғаҡтары буйынса, бер айҙан беҙҙең илселек һәм Дания компаниялары вәкилдәре хеҙмәттәшлек буйынса тәғәйен килешеүҙәр төҙөү өсөн республикаға тағы ла киләсәк, тип килештек, — тине илсе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть