8 декабрь, Кесе йома

28 ғинуар 2011 йыл, 9:00

Министр Никерин «ҡыҙыу линияға» шылтыратыуҙар көтә

автор: Дмитрий Слезин

Аҙна һайын, 28 ғинуарҙан башлап, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин физик тәрбиә һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре — тренерҙар, уҡытыусылар һәм төрлө кимәлдәге етәкселәр өсөн  «тура бәйләнеш» үткәрә.

Был турала йәштәр-спорт ведомствоһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.    

Был линия спорт резервын әҙерләү системаһын үҙгәртеп ҡороу барышында барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ойошторола.

Һәр йома көндө 16.00 сәғәттән 18.00-гә тиклем 272-97-08 телефонына шылтыратырға мөмкин.

темалар: сп