6 декабрь, Шишәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 17:28

Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы бөтөн Рәсәй территорияһы буйлап эҙләйәсәктәр

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы бөтөн Рәсәй территорияһы буйлап эҙләйәсәктәр. Был турала 26 ғинуарҙа көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында БР хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһаутдинов хәбәр итте.

Хәрби комиссар һүҙҙәренсә, 411 кеше ғәфү итерлек сәбәптәре булмай тороп республика хәрби комиссариаттарына килмәгән. 380 егеткә ҡарата РФ Тикшереү комитетына күрһәтмә ебәрелгән. 484 кеше ҡасып йөрөгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.  

— Хәрби иҫәптән төшмәйенсә илдең икенсе төбәктәренә сығып киткән егеттәр ҙур борсолоу тыуҙыра, — тип билдәләй Илдар Баһаутдинов. – Республикала хәрби иҫәптән төшөп, йәшәгән урындары буйынса иҫәпкә баҫһындар өсөн генә беҙ бөтөн Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән был кешеләрҙе эҙләп табыу буйынса айлыҡ иғлан итәбеҙ.