Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Диниә назаратының Танышыу клубы эшмәкәрлеге арҡаһында 20 ғаилә ҡоролдо

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге Танышыу клубы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 20 пар ғаилә ҡорҙо. Был турала Клуб етәксеһе Марат Атйетәров хәбәр итте.

— Башта беҙ теркәлгән никахтар буйынса статистика алып барманыҡ, — тип билдәләне Танышыу клубы етәксеһе. – Ләкин йәштәр менән шылтыратышып йомғаҡ яһағандан һуң, 2010 йылдың уртаһынан алып 20 ғаилә барлыҡҡа килгән, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Әммә беҙҙең клуб өйләнешеү өсөн генә ойошторолмаған. Мосолман егеттәре һәм ҡыҙҙары араһында баҫалҡы кешеләр байтаҡ. Шуға күрә лә беҙ йәштәр аралашһын өсөн платформа булдырҙыҡ.

БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге Танышыу клубы 2009 йылдың йәйендә төҙөлә. Йөҙҙән ашыу кеше Клуб ағзаһы булып тора. Йәштәр бүлеге активистары даими рәүештә Диниә назаратында егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың осрашыуҙарын үткәрә, бергәләп сәй эсеү, аралашыуҙар ойоштора. Йома, 28 ғинуарҙа, Клубта ҡатнашыусылар һырғалаҡта осрашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть