Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Йәш белгестәр стажировка һөҙөмтәләре буйынса Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә эшкә урынлашты

Иҡтисад

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте йәш кадрҙар туплауын дауам итә. Берекмә хеҙмәткәрҙәре рәте 2010 йылда 150-гә яҡын йәш кадрҙар менән тулыланды.  

Уҙған йылда предприятиела юғары, урта махсус уҡыу йорттары, һөнәри училищеларҙың 218 сығарылыш студенттары стажировка үтте. Бында Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө авиация техникумы һәм башҡа уҡыу йорттары хаҡында һүҙ бара.

Стажировка хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса республика программаһы сиктәрендә үтте. Йәш белгестәр остаздарға беркетелде, улары үҙ сиратында стажерҙар эшен тикшереп, һөҙөмтәләрен билдәләп барҙы. Стажировка йомғаҡтары буйынса 148 кеше, улар иҫәбендә 61 эшсе, 14 контролер һәм төрлө профилле 73 белгес, «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә эшкә урынлашты, тип хәбәр итә «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть