4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 16:21

Эскелеккә ҡаршы көрәшеүсе Владимир Жданов Башҡортостанға киләсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостанға Рәсәй Дәүләт Думаһының алкоголь әйләнеше буйынса эксперт советы ағзаһы профессор Владимир Жданов киләсәк. Өс көн буйына ул республика ҡалаларында «Айыҡлыҡ – йәшәү нормаһы» семинарҙары үткәрәсәк. Был турала «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтен ойоштороусы Роберт Дәүләтшин хәбәр итте.

2 февралдә Владимир Жданов Нефтекама халҡы менән осрашасаҡ. Икенсе көнөнә Өфөлә бер нисә осрашыу үтәсәк. 4 февралдә профессор Белорет ҡалаһына барасаҡ.

— Өфөлә профессор Жданов Президент Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ һәм Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында семинар үткәрәсәк, — тине Роберт Дәүләтшин. – Ул шулай уҡ матбуғат конференцияһында ҡатнашасаҡ, уҡыусылар менән осрашасаҡ һәм телевидениела тура эфирҙа сығыш яһаясаҡ.

Владимир Георгиевич Жданов – Рәсәйҙең йәмәғәт эшмәкәре, айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыусы, РФ Дәүләт Думаһының алкоголь әйләнеше буйынса эксперт советы ағзаһы, Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзы рәйесе, «Халыҡ-ара айыҡлыҡ академияһы» йәмәғәт ойошмаһы вице-президенты, «Айыҡ Рәсәй» дөйөм Рәсәй хәрәкәте ҡушма рәйесе. 2007 йылдан Халыҡ-ара Славян Академияһында (Мәскәү) ғәмәли психология кафедраһын етәкләй. Спиртлы эсемлектәрҙең һәм тәмәкенең зыяны тураһында лекциялар менән сығыш яһай, күреүҙе тергеҙеү буйынса курстар үткәрә.