5 декабрь, Дүшәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 16:09

2010 йылда Башҡортостанда 23 меңдән ашыу фатир төҙөлгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған йылда Башҡортостанда иҡтисади хәлдәрҙең яҡшырыуы республиканың төҙөлөш индустрияһы үҫеше буйынса перспективаларҙы ыңғай күҙаллауға нигеҙ бирҙе. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Төҙөлөш ойошмалары етәкселәре баһалауҙары буйынса, быйылғы йылдың беренсе кварталында килешеүҙәрҙең һәм эштәрҙең физик күләменең артыуы, тармаҡта эшләүселәр иҫәбе ҡыҫҡарыуының бер аҙ тотҡарланыуы көтөлә.

Уҙған йылда бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны ике миллион квадрат метрҙан ашыу булған 23 меңдән ашыу фатир төҙөлгән.  Был 2009 йылға ҡарата 85,3 процент. Республиканың мең кешеһенә иҫәптә 494 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.

Шәхси төҙөүселәр менән үҙҙәре иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында дөйөм майҙаны 1453,5 мең квадрат метрлыҡ 13,7 мең шәхси йорт төҙөлгән (2009 йыл кимәленә ҡарата 75,2 %). Шәхси торлаҡ йорттар өлөшө республика буйынса дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 72,4 процентын тәшкил иткән.  Төбәк предприятиелары һәм ойошмалары менән дөйөм майҙаны 552,8 квадрат метрлыҡ торлаҡ йорт сафҡа индерелгән (2009 йылға ҡарата 131,9%).

Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан Татарстандан һуң икенсе урында тора. Мең кешегә иҫәптә торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Татарстан менән Суашстандан ҡала өсөнсө урында.