7 декабрь, Шаршамбы

27 ғинуар 2011 йыл, 15:19

93 меңгә яҡын үҙ йөрөшлө машиналар һәм тағылмалар теркәлгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл 1 ғинуарға ҡарата Башҡортостан Республикаһында 93 меңгә яҡын үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмалар теркәлгән. Шуның 40 процентҡа яҡыны — шәхси секторҙа, 31% — агросәнәғәт комплексында, 29% — төрлө предприятиеларҙа. Был турала БР Дәүләт техник күҙәтеүе коллегияһында ведомство начальнигы Ринат Ғәлимов хәбәр итте.

Техника хужалары дәүләт техосмотрына 76 мең берәмектән ашыу үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларын ҡуйҙы, был Дәүләт техник күҙәтеүе органдарында теркәлгән техниканың 82 процентын тәшкил итә.

Дәүләт техосмотры һөҙөмтәләренән күренеүенсә, 16 меңдән ашыу үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмалар финанс средстволары етешмәү һәм механизаторҙар булмау арҡаһында билдәләнгән срокка әҙерләнмәне. Туғыҙ меңдән ашыуының техник торошо кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙлек сараларына, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау регламентына яуап бирмәне. Уларҙың хужаларына транспорт сараларын файҙаланыуға рөхсәт биреү кире ҡағылды.  

Ринат Ғәлимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр теркәлгән һәм күҙәтеүгә алынған техниканың 72 проценттан ашыуы дәүләт техосмотры үтте һәм файҙаланыуға рөхсәт алды. 26 мең самаһы техника берәмеге тикшереү үтмәне.