3 декабрь, Шәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 14:26

Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре БР Президенты грантына заявканы 1 февралгә тиклем бирә ала

автор: Әлфиә Әһлиуллина

1 февралдә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү тамамлана.

Ошо ваҡытҡа тиклем конкурста ҡатнашырға теләүселәр бөтә кәрәкле документтарҙы тапшырырға тейеш. Заявка документацияһын тултырыу һәм биреү тәртибе БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында (www.mknprb.ru) баҫылған.

Президент грантына дәғүә итеүгә конкурс БР Президентының «БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указына ярашлы үткәрелә. Быйыл ул өсөнсө тапҡырына үтәсәк.

Йыл һайын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һумлыҡ БР Президенты грантына 25 кеше, шулай уҡ биш ижади коллектив эйә була. Һуңғылары өсөн грант суммаһы 300 мең һум тәшкил итә.