4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 13:21

Башҡортостан спортсылары Төркиәлә бөтөн донъя Универсиадаһында ҡатнаша

автор: Дмитрий Слезин

Кесе йома, 27 ғинуарҙа, Төркиәнең Эрзурум ҡалаһында XXV бөтөн донъя ҡышҡы Универсиада старт ала. Ун көн буйына спорттың 11 төрө: биатлон, тау саңғыһы спорты, саңғы двоеборьеһы, саңғыла трамплиндан һикереү, саңғы уҙышы, сноуборд, фристайл, хоккей, керлинг, шорт-трек һәм фигуралы шыуыу буйынса ярыштар үтәсәк.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан Республикаһы спортсылары ла: өфөлөләр Александр Жирный (биатлон), Дамир Хинсертдинов (саңғы двоеборьеһы), Рәмил Зарифулин (саңғыла трамплиндан һикереү), Дмитрий Мясников һәм Илһөйәр Шәрәфетдинова (шорт-трек), шулай уҡ Нефтекама «Торос»ы хоккейсылары — Станислав Голованов, Владимир Жмаев, Сергей Сальников һәм Вячеслав Селуянов сығыш яһаясаҡ.

27 ғинуарҙа уҡ хоккей турниры башлана – беҙҙең команда Япония менән осраша.