5 декабрь, Дүшәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 12:54

Башҡортостан парламенты яҙғы сессияһының тәүге пленар ултырышы асылды

автор: Марина Шумилова

Өфөлә дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың  34-се ултырышы үтә. Яҙғы сессияның беренсе пленар ултырышы көн тәртибендә – 40 мәсьәлә. Ултырыш бер минут тын тороуҙан башланды – депутаттар «Домодедово» аэропортында һәләк булыусыларҙы һәм үҙҙәренең коллегаһы, ҡапыл вафат булған БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Дмитрий Купцовты хөрмәтләп иҫкә алды.

Ултырышты БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачевтың «2010 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте торошо тураһында»ғы доклады асты.

Ултырышта депутаттар 30-ҙан ашыу закон проектын тикшерәсәк, уларҙың етәүһе өҫтөндә эште тамамларға планлаштырыла.

Парламентарийҙар алдында шулай уҡ республиканың һигеҙ суд участкаһының мировой судьяларын һайлау бурысы тора.