7 декабрь, Шаршамбы

27 ғинуар 2011 йыл, 11:28

Рөстәм Хәмитов: «Социаль өлкәлә финанслауҙы оптималләштереү юлын эҙләйәсәкбеҙ»

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов социаль өлкәләге сығымдарҙы оптималләштереү буйынса эштәрҙе дауам итеү кәрәклеге хаҡында әйтте. Был хаҡта ул Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенконың Өфөгә эш визиты барышында Башҡортостандың педагогик активы менән осрашыуҙа белдерҙе.

— Бөгөн республика бюджетының 30 процентын беҙ — мәғарифҡа, 25 процентын — һаулыҡ һаҡлауға, 20 процентын социаль яҡлауға тотонабыҙ. Йәмғеһе социаль өлкәне хеҙмәтләндереүгә республика ҡаҙнаһының 80 проценты китә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Был средстволарҙы оптималләштереү варианттарын эҙләргә кәрәк. Был өлкәгә сығымдарҙы туҡтауһыҙ арттыра алмайбыҙ, ләкин ҡыҫмаясаҡбыҙ ҙа.

— Оптималләштереү буйынса эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ, — тине республика Президенты.

темалар: БР Президенты