6 декабрь, Шишәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 11:14

Ҡырмыҫҡалы районында «Оҫталар каруселе» асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡшишмә ауылында «Оҫталар каруселе» биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе үтә. Был сара шишәмбе, 25 ғинуарҙа асылды.

«Һыуыҡшишмә» сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Светлана Матвееваның хәбәр итеүенсә, тамашасы иғтибарына оҫтабикәләр ижад иткән хикмәтле «тухья» һәм «хушпу» баш кейемдәре тәҡдим ителгән. Был кейем элементын сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары байрам көндәрендә кейгән.

Әлеге ваҡытта эшләнгән эштәр менән бергә ауыл халҡы алып килгән боронғо оҫталар ижадындағы баш кейемдәренең фотографиялары ла күргәҙмәлә урын алған.  

Тәүгеләрҙән булып экспозицияны ауыл мәктәбе уҡыусылары ҡараны.