10 декабрь, Шәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 10:27

Бер аҙнала республиканың 23 800 кешеһенә киҫкен вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

17 — 23 ғинуарҙа Башҡортостанда киҫкен респиратор вируслы инфекция менән 23,8 мең кеше ауырый башлаған. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сирләгәндәрҙең 68 проценты — 14 йәшкә тиклемге балалар.

Республиканың баш ҡалаһында был диагноз 6600 кешегә ҡуйылған, шуларҙың 68,7 проценты — балалар. Киҫкен репиратор инфекция менән ауырыу кимәле Өфө халҡы араһында әлегә эпидемия кимәленән 6,6 процентҡа түбән булып ҡала, әммә аҙна аҙағына уҡ эпидемиологтар миҙгелгә хас булғанса бын һандың юғары күтәреләсәген фаразлай.

Респиратор вирустар циркуляцияһына лаборатор мониторинг үткәреү барышында ауырыу тыуҙырыусылар структураһында был осорға хас парагрипп вирустары өҫтөнлөк итеүе асыҡланған.