9 декабрь, Йома

27 ғинуар 2011 йыл, 10:48

Юрий Важенин: «Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәге Салауатта төҙөлөргә тейеш»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Газпром эшкәртеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Юрий Важенин булып китте. Ул «СНОС» йәмғиәте етәкселеге менән хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен тикшерҙе. Улар иҫәбендә — предприятиеның инвестиция программаһы киңәйеү менән бәйле, яҡындағы биш йылда Көнбайыш Себерҙән өҫтәмә рәүештә углеводородлы сеймал алыу мөмкинлеге.

Юрий Важенин шулай уҡ түбән баҫымлы полиэтилен етештереү менән шөғөлләнеүсе яңы производствоның эше менән танышты һәм дөйөм алғанда предприятиеның мөмкинлектәренә юғары баһа бирҙе:

– Әгәр Бөтә Рәсәй нефть-газ химияһы үҙәге ойошторорға ҡарар ителә икән, мотлаҡ Салауатта ғына. Бының өсөн бында бөтә шарттар бар: удар предприятие традициялары, заманса технологиялар, квалификациялы кадрҙар, үҫешкән инфраструктура һәм бөтә был пландарҙы тормошҡа ашырырлыҡ белемле, оҫта етәкселек.

Бынан тыш, «Газпром эшкәртеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башлығы Салауат предприятиеһының «Газпром»ға берләшеү процесына баһа бирҙе. Компанияның был йүнәлештәге пландарын билдәләп, ул назвал предстоящее переименование ОАО «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен тиҙҙән «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртергә йыйыныуҙары һәм шуның менән бәйле процестарҙы компаниялар алдында яңы мөмкинлектәр асыусы перспективалы аҙым тип атаны.