4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2011 йыл, 9:24

Андрей Фурсенко: «Юғары мәктәп талап ителгән белгестәр сығарырға тейеш»

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостанға сәфәре барышында РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко юғары уҡыу йорттары ректорҙары, урта махсус уҡыу йорттары һәм һөнәрселек училищелары директорҙары менән осрашты. Түңәрәк өҫтәл форматында осрашыу ӨДАТУ-ҙа үтте, унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Йыйылыусыларҙың иғтибарын 83-сө Федераль закон, атап әйткәндә, бюджеттағынан автономиялы учреждениеға әүерелеү ихтималлығы йәлеп итте. “Һөнәри белем биреү  иҡтисад менән бергә алып барылырға, йәғни белгестәрҙе кәрәкле һанда һәм сифатлы итеп әҙерләргә тейеш”, — тип  үз позицияһын яҡланы һәм нигеҙләне федераль министр.

— Һәр төрлө мәктәп демографияға бәйле. Уҡырға инеүселәр һаны 2020 йылда артасаҡ. Шуға тиклем беҙ юғары белемгә ихтыяж тыуыуын көтөп ултырырға тейеш түгелбеҙ. Мәсьәләне хәл итеү юлы түгел был. Мәҫәлән, бөгөн һеҙҙең юғары уҡыу йорттары йыл һайын 4,5 мең уҡытыусы әҙерләп сығара. Уларға ихтыяж иһә — 1 мең, — тине федераль министр. — Был хәлдән сығыу юлын тәҡдим итәһем килә. Юғары белем биреү сәнәғәт, фән, иҡтисад менән бәйләп алып барылырға тейеш. Айырымланыу яҡшы һөҙөмтә бирмәй. 83-сө Федераль закон  уҡыу йорттарының ихтыяж булған белгестәр әҙерләп сығарыуына йүнәлтелгән.

Был фекерҙе Рөстәм Хәмитов хуплап: “Кешеләргә эш кәрәк. Ҡайҙа ғына барһаң да, кешеләр эш урындарын һорай ғына түгел, ә талап итә”, — тине.

Һөнәрселек училищелары директорҙары ла министрға һорауҙар бирҙе. Уларҙы күпселек ауыл һөнәрселек училищеларының лицей статусы ала алмаясағы һәм дәүләт өлгөһөндәге дипломдар бирә алмаясағы һәм шуға бәйле рәүештә уларҙа уҡырға теләүселәр һаны кәмейәсәге борсой.

— Бөгөн һөнәрселек белеме алыу ҡыҙыҡтырамы һуң? — тине Андрей Фурсенко. — Шундай хәл килеп тыуҙы, унда нигеҙҙә ҡайҙа барырға белмәгән кешеләр килә. Һәм беҙ уларҙы армияға киткәнсе йәиһә кейәүгә сыҡҡансы ғына шунда тотабыҙ булып сыға. Комбайнда йәиһә малсылыҡ комплексында эшләү өсөн өс йыл уҡырға кәрәкмәй, бер йыл да етә, тип раҫлай белгестәр. Ауыл һөнәрселек училищелары ҙур ауыл хужалығы предприятиеларына беркетелгән һөнәри әҙерлек үҙәктәренә әүерелергә тейеш.

темалар: мәғариф