8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2011 йыл, 17:43

ТӨРКСОЙ 2011 йылды Туҡай йылы тип иғлан итте

автор: "Башинформ"

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәре ойошмаһы бөйөк татар шағирының тыуыуына 125 йыл тулыуы айҡанлы 2011 йылды Туҡай йылы тип иғлан итте, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.

Көн элгәре Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала, ТӨРКСОЙ штаб-фатирында Татарстан республикаһы вице-премьеры – мәҙәниәт министры Зилә Вәлиева етәкселегендәге Татарстан делегацияһы ҡатнашлығында был иҫтәлекле ваҡиғаға бәйле тантаналы сара үтте.  Был сараға Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнай, Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Ивановский, Татарстандың Төркиәләге тулы хоҡуҡлы вәкиле Радик Ғиматдинов саҡырылды.

Татарстан делегацияһы составына ТР Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Илфак Ибраһимов, Ҡазандағы Ғ.Туҡай музейы директоры, шағир Рәмис Аймет, республиканың мәҙәниәт һәм матбуғат вәкилдәре ингән.

Башта Ғ.Туҡайҙың биографияһы һәм ижады менән сарала ҡатнашыусыларҙы Могла ҡалаһындағы университет ғалимәһе, Татарстанда тыуған шағирә Сулпан Зарипова-Четин таныштырҙы. Төрки мәҙәниәтен һәм сәнғәтен берлектә үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошманың генераль секретары Дюсен Касеиновтың инеш һүҙенән һуң Туҡай тормошо хаҡында фильм күрһәтелде.  

Артабан Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнайҙың,Төркиә Республикаһы президенты секретариаты етәксеһе Мустафа Исандың һәм ТР мәҙәниәт министры Зилә Вәлееваның сығыштары тыңланды.

Рәсми өлөштән һуң Филүс Ҡаһиров (Башҡортостан йырсыһы), ТР Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле ҡатнашлығында ҙур булмаған концерт программаһы күрһәтелде, ә Рәмис Аймет Туҡай шиғырҙарын уға ғына хас булғанса көйләп уҡыны.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сара сиктәрендә ТӨРКСОЙ эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистарға һәм киң мәғлүмәт сараларына наградалар тапшырыу тантанаһы ла үтте.  Бүләкләнгәндәр иҫәбендә — «Татарстан – Яңы быуат» телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Миләүшә Айтуғанова һәм Төркиә телерадиоканалында татар телендә «Төркиә ауазы» тапшырыуын алып барған журналист Сәғит Хәйри, шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһы мөхәррире Рафиҡ Әхмәтшин. ТӨРКСОЙ эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа «Башинформ» агентлығы өлөшө лә юғары баһаланды.

Сарала ҡатнашыусылар һуңынан «Ғ.Туҡайҙың тыуған ере – Татарстан» фотокартиналар күргәҙмәһе менән танышты.