7 декабрь, Шаршамбы

26 ғинуар 2011 йыл, 16:06

Андрей Фурсенко Өфөнөң 39-сы гимназияһында булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Андрей Старостин

Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко Башҡортостанға килде, бында ул Волга буйы федераль округының мәғарифҡа идара итеү органдары етәкселәре менән түңәрәк өҫтәл үткәрергә планлаштыра. Өфөгә эш сәфәре барышында федераль ведомство башлығы республиканың мәғариф системаһы менән ентекле танышырға һәм ҡайһы бер учреждениеларға барырға ҡарар итте.

Министрҙың иғтибарын йәлеп иткән беренсе объект 39-сы гимназия булды. Был ЮНЕСКО мәктәбенә ул Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һәм РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Школьник оҙатыуында килде.

Директор Ирина Кейекбаева юғары ҡунаҡтарға былтыр гимназия 55 йыллығын билдәләүе хаҡында һөйләне. Бөгөн ул ҡаланың төп уҡыу йорто, бында 1598 бала уҡый. Уҡыусылар биш телде өйрәнә ала: рус, башҡорт, инглиз, француз һәм немец телдәрен.

Бынан тыш, өлкән класс уҡыусыларына  биш белем биреү профиле буйынса уҡыуҙы һайлау мөмкинлеге бирелә: филология, физика-математика, тәбиғәтте өйрәнеү, мәғлүмәт-технология һәм социаль-иҡтисади. Был турала Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенкоға унынсы синыф уҡыусыһы Артем Рыжов һөйләне.

Гимназия директоры әйтеүенсә, Артем – мәктәптең лидеры һәм ғорурлығы. Ул республика һәм төбәк олимпиадалары еңеүсеһе, шулай уҡ мәктәптең «Avante» ЮНЕСКО клубы Советы рәйесе.

БР Президенты һәм ҙур федераль чиновниктар алдында Артем ҡаушап ҡалманы. Ғәҙәттәгесә, клуб ағзалары ултырышын үткәрҙе, йыйылыусыларға «Avante» клубының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Осрашыу аҙағында 39-сы гимназия лидерҙары Андрей Фурсенко һәм Рөстәм Хәмитов менән фотоға төштө.

Һуңынан ҡунаҡтарға мәктәптең буласаҡ лидерҙары –  «Йәш тикшеренеүселәр» клубы ағзалары менән танышырға тәҡдим ителде. Бөгөн үк уларҙың күбеһе төрлө Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары булып тора. Мәҫәлән, быйыл ғинуарҙа дүртенсе синыф уҡыусыһы Роман Афанасьев Рәсәй Раштыуа фестиваленең I дәрәжә лауреаты булды. Романдың тикшеренеүҙәре кешенең һөйәк үҙенсәлектәренә арналған, үҙ тәжрибәһен ул бөгөн дә ҡунаҡтар иғтибарына тәҡдим итте.  

Андрей Фурсенко менән Рөстәм Хәмитов буласаҡ тәбиғәтте һаҡлаусылар тәрбиәләнгән экология класында, психология кабинетында ла булды, мәктәпкә тиклемге йәштәге балаларҙың эштәр күргәҙмәһе менән танышты.  

Гимназия буйлап экскурсия йыйылыштар залында тамамланды, унда министр Андрей Фурсенко Өфөнөң мәғариф учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылар менән аралашты.