4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2011 йыл, 14:59

Дания республиканың торлаҡ хужалығын модернизациялауға тотонорға әҙер

автор: "Башинформ"

26 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда Дания Короллегенең Рәсәйҙәге дипломатик миссияһы вәкилдәре менән осрашыу үткәрелде. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин Дания Короллегенең Санкт-Петербургтағы Генераль консулы Клаус Серенсен әфәнде менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

Осрашыуҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һәм төҙөлөштә энергияны һаҡлаусы технологиялар индереү мәсьәләләре тикшерелде.

— Дания предприятиелары энергияны һаҡлауҙа ҙур тәжрибә туплаған. Һәм беҙ уны Рәсәй төбәктәре менән уртаҡлашырға әҙербеҙ, — тип белдерҙе Дания Генконсулы Серенсен әфәнде. – Шуға ла һеҙҙең ил етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙә был тема төп темаларҙың береһе булып тора.  

Дания дипломаты Рәсәйҙә «Йәшел донъя» шартлы исеме аҫтында бойомға ашырылыусы программа тураһында һөйләне. «Энергияны һаҡлаусы йорт», «Энергияны һаҡлаусы квартал» кеүек проекттарҙы индереү һөҙөмтәлелеге бөгөн бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Ресурстарҙы экономиялау 30-40 проценнтҡа етә, тип аңлатты белгестәр.

— Беҙҙең республика дат партнерҙар менән төбәккә әҙер продукция һатып алыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү менән генә сикләнергә йыйынмай, — тине БР Хөкүмәте вице-премьеры Сергей Афонин. – Беҙ Башҡортостанда энергияны һаҡлаусы продукция етештереү буйынса урындағы предприятие төҙөргә теләйбеҙ.