Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Экс-премьер-министр «Электрозавод» йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең элекке Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтов «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Был турала предприятиеның матбуғат секретары Николай Боричев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рафаэль Байдәүләтов бөтә кимәлдәге власть структуралары алдында компанияның мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.

Әйтергә кәрәк, БР Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры менән «Электрозавод» йәмғиәте күптән хеҙмәттәшлек итә. Рафаэль Ибраһим улының туранан-тура ҡатнашлығында был компания Башҡортостанда Европалағы иң ҙур трансформатор производствоһы — Өфө трансформатор заводын төҙөй һәм  электротехник продукция сығарыуҙы тәьмин итеүсе «Электроаппарат» заводын модернизациялай башланы.

Ҡыҫҡаса белешмә: Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов 1943 йылда тыуған. Элек «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаларын биләй. Һуңғы ваҡытҡа тиклем Рафаэль Байдәүләтов РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы — Башҡортостан башҡарма дәүләт власы органынан вәкил, Федерация Советының Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть