9 декабрь, Йома

26 ғинуар 2011 йыл, 13:04

Башҡортостан парламентарийҙары Татарстандан коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша

автор: Марина Шумилова

Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, Дәүләт ҡоролошо буйынса комитет рәйесе Зөфәр Сафин һәм парламент Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев ингән делегация ағзалары Ҡаҙан ҡалаһында ике көнлөк эш сәфәрендә. Башҡортостан парламентарийҙары Татарстандағы коллегалары менән көнүҙәк закон сығарыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Делегация Парламент үҙәге эше, Татарстан Дәүләт Советы музейы экспозициялары менән танышты, «Электрон парламент» электрон документтар әйләнеше системаһын презентациялауҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнашты.

Башҡортостан парламентарийҙарының сәфәре 2010 йылдың 4 декабрендә Өфөлә ҡул ҡуйылған Башҡортостан менән Татарстан закон сығарыусылары араһында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһындағы протоколды тормошҡа ашырыу маҡсатында үтә.

Протокол күрше төбәктәр парламенттары аппараттары, депутаттар, комитеттар, комиссиялар, депутаттар берләшмәләре һәм фракциялары араһында туранан-тура эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй. Улар иҫәбендә — закондар сығарыу процесын камиллаштырыу; парламенттарҙың закондар сығарыу һәм хоҡуҡ ҡулланыу эшмәкәрлегенә анализ һәм башҡалар.