3 декабрь, Шәмбе

26 ғинуар 2011 йыл, 12:04

Әмирлектәр төҙөлөш холдингы Башҡортостанда социаль торлаҡ төҙөү менән ҡыҙыҡһынды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Arabtec Construction LLC (Арабтек Констракшн) компанияһы Башҡортостан Республикаһында социаль торлаҡ төҙөлөшө башларға планлаштыра. 25 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Arabtec компанияһының Рәсәйҙәге вәкиллеге генераль директоры Бадер Хирш менән осрашыуы ваҡытында ошо турала һүҙ алып барылды.  

«Беҙ арзан торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштерергә теләйбеҙ. Һәм был баҙарға килеүсе компанияларға ярҙам итергә әҙербеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Республика башлығы Arabtec компанияһы вәкилдәренә төҙөлөштә был сегментты үҫтереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте, был Башҡортостандың төҙөлөш баҙарында яҡшы конкуренция мөхите булдырырға ярҙам итер ине. Хәҙерге ваҡытта республикала йылына ике миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөлә һәм тиҙҙән был күрһәткес өс миллионға тиклем арттырылырға тейеш.

«Беҙ Башҡортостан менән социаль торлаҡ төҙөү буйынса хеҙмәттәшлекте башларға әҙербеҙ», — тине Бадер Хирш. Бизнесмен, әлеге ваҡытта компания Өфөлә офис асырға планлаштыра һәм хәҙерҙән үк республикала яҡын араларҙа тормошҡа ашырыласаҡ ҡайһы бер проекттар тәҡдим итергә әҙер, тип билдәләне. Былар «Өфө» аэропорты эргәһендәге территорияларҙы үҙләштереү һәм логистик авиайөктәр үҙәге төҙөү.

«500 километр радиуста 25 миллион кеше йәшәй, беҙҙе бер миллиондан ашыу кеше йәшәгән алты ҡала уратып алған. Беҙҙең территориаль өҫтөнлөктәребеҙ күренеп тора», — тип билдәләне республика башлығы.

«Беҙ биналар, технологик парктар, мәҙәниәт һәм спорт объекттары төҙөүҙә хеҙмәттәшлектең башҡа варианттарын да тәҡдим итергә әҙербеҙ. Республикала шулай уҡ ҡунаҡханалар, туристик объекттар төҙөү ҡарала. Беҙгә төҙөлөш өлкәһендә һеҙ эйә булған заманса технологиялар кәрәк», — тине Рөстәм Хәмитов.

Йыл һайын Башҡортостанда өс миллиард долларлыҡ төҙөлөш эштәре күләме башҡарыла.

Белешмә. Arabtec Construction LLC компанияһы Arabtec Holding PJSC ҙур Әмирлектәр холдингы подразделениеһы һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә төп төҙөлөш компанияһы булып тора.

Arabtec – Әмирлектәрҙең күп проекттарҙа, Ер шарындағы иң бейек бина – "Бурдж Халифа" башняһын төҙөүҙә ҡатнашыусы иң ҙур девелоперы. Был ғәрәп компанияһының бейек биналар төҙөлөшө өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә булыуын иҫбатлай.