Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫешенең яңы стратегияһы билдәләнәсәк

Иҡтисад

28 ғинуарҙа Конгресс-холда «Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь комплексының үҫеш стратегияһы» республика кәңәшмәһе үтәсәк.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күләмле сарала республика етәкселегенең ҡатнашыуы көтөлә. Фекер алышыуҙа шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, республиканың ҡала округтары һәм муниципаль район башлыҡтары, ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре хакимиәте башлыҡтарының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫарҙары, ҙур тармаҡ предприятиелары етәкселәре һәм идара компаниялары директорҙары ҡатнашасаҡ.

Кәңәшмәлә тармаҡ үҫеше перспективалары билдәләнәсәк, хеҙмәт сифатын күтәреү мәсьәләләре, оҙайлы ваҡытҡа тарифтарҙы көйләү, энергияны һаҡсыл файҙаланыуҙы һәм мәғлүмәт технологияларын индереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялауға инвестициялар йәлеп итеү һәм башҡа төрлө һорауҙар ҡараласаҡ.  

«Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь комплексының үҫеш стратегияһы» республика кәңәшмәһе — бөтә ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үтәсәк торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса һуңғы биш йылдағы тәүге сара. Уның һөҙөмтәһе республика торлаҡ-коммуналь хужалығының алдағы бер нисә йылға үҫешен билдәләйәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть