Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

БР Урман хужалығы министрлығы 2011 йылға эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәргә ҡарата 155 тикшереү планлаштыра

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы менән 2011 йылға юридик шәхестәргә һәм индивидуаль эшҡыуарҙарға планлы тикшереү үткәреү буйынса план раҫланды.

Ул БР Прокуратураһында хуплау тапты һәм Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы төҙөгән тикшереү үткәреү буйынса йыйылма планға индерелде.

Ағымдағы йылда шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә ҡарата 155 планлы тикшереү үткәреү планлаштырылған. Тикшереү министрлыҡтың дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүе бүлеге дәүләт урман инспекторҙары менән башҡарыласаҡ. Эксперттар сифатында башҡа ведомстволар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең дә йәлеп ителеүе ихтимал, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть