3 декабрь, Шәмбе

26 ғинуар 2011 йыл, 11:02

Өфөлә мартта Рәсәйҙең эшлекле авиация форумы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

17 мартта Өфөлә Рәсәйҙең эшлекле авиация форумы үтәсәк. Был ҙур сараны үткәреү өсөн Башҡортостан баш ҡалаһы осраҡлы ғына һайланмаған: республикала төбәк ташыуҙары үҫешә, «Өфө Халыҡ-ара» аэропорты Европа кимәлендәге аэропортҡа әйләнә бара, төбәктә етди кадрҙар һаҡлана, авиасәнәғәт, техник вуздар бар.  

Форумда 300 самаһы белгес, шул иҫәптән сит ил авиатехника етештереүселәре ҡатнашасаҡ, тип көтөлә. Форум сиктәрендәге күргәҙмәлә ике-өс урындан алып 19 урынлыҡҡа тиклем төрлө класлы һауа суднолары күрһәтеләсәк. Бынан тыш, күрһәтеү осоштары ойоштороласаҡ.

Был турала «Башинформ» агентлығында Башҡортостанда бәләкәй авиацияны үҫтереү перспективаларына арналған матбуғат конференцияһында Берләшкән милли эшлекле авиация ассоциацияһы президенты, Советтар Союзы Геройы Валерий Очиров һөйләне.

Был форум Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында үтәсәк.

— Беҙ республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт ағзалары менән осраштыҡ, — тине Валерий Николаевич. – Форумды үткәреү идеяһы хуплау тапты.

Валерий Очировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшлекле авиацияның киләсәге яҡшы. Беҙҙең илдә байтаҡ шәхси һауа суднолары барлыҡҡа килде, ләкин уларҙың күбеһе сит илдә теркәлгән. Бының сәбәбе — унда һалымдар аҙыраҡ, закондар күберәк либераль булыуында.

— Әммә беҙҙә лә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булырға тейеш, — тип иҫәпләй Валерий Очиров. – Бәләкәй авиация самолеттары мотлаҡ талап ителәсәк.