Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө янындағы сүплектә 20 мең DVD-дискылар юҡ ителде

Йәмғиәт

Черкассы ҡасабаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында контрафакт дискылар партияһы юҡ ителде. Дөйөм хаҡы 20 миллион һум самаһы булған 20 мең берәмек иҫәбендә тыйылған DVD-продукцияһы Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәгән кешенең йортонан алынған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Ир-ат законлы булмаған продукцияны даими рәүештә Өфөнөң Ленин районындағы баҙарҙарҙың береһендә һатҡан. Ә DVD-дискыларҙы үҙ өйөндә һаҡлаған. Вайымһыҙ һатыусыға ҡарата авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу факты буйынса енәйәт эше асылған. Суд ир-егетте — шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм итергә, ә тауарҙы юҡ итергә ҡарар сығарған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть