4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2011 йыл, 10:00

Өфөлә төбәк мәғарифын үҫтереү буйынса кәңәшмә бара

автор: "Башинформ"

26 ғинуарҙа Өфөлә мәғариф өлкәһендә идаралыҡ алып барыусы Волга буйы федераль округы субъекттары башҡарма власть органдары етәкселәренең кәңәшмәһе үтә.  

Башҡортостандың мәғариф системаһы менән танышҡандан һуң мәғариф министрҙары «Беҙҙең яңы мәктәп» милли мәғариф башланғысын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле балаларға ярҙам төбәк системаһын үҫтереү» тип аталған түңәрәк өҫтәл үткәрәсәк.

Әлеге кәңәшмә – һәләтле балалар менән эшләү өлкәһендә иң уңышлы ғәмәлдәрҙе таратыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ.

Был сарала Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Школьник, мәғариф өлкәһенә идаралыҡ итеүсе Башҡортостандың башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ Волга буйы федераль округы субъекттарының башҡарма власть органдары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары,  республиканың инновацион белем биреү учреждениелары һәм мәғариф өлкәһендә идара итеүсе муниципаль органдар етәкселәре ҡатнаша, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

темалар: мәғариф