8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2011 йыл, 9:41

Урал Һаҡлыҡ банкыһы ипотека кредиты биреүҙә ярҙам итергә әҙер

автор: Светлана Ғәфүрова | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 25 ғинуарҙа, Хөкүмәт Йортонда Рөстәм Хәмитов  Рәсәй Һаҡлык банкыһының  Урал банкыһы рәйесе Владимир Черкашин менән осрашты.

— Беҙ Рәсәй Федерацияһының дүрт субъекты территорияһында эшләйбеҙ.  Былар — Башҡортостан Республикаһы, Свердловск, Силәбе һәм Ҡурған  өлкәләре. Осрашыуҙа халыҡҡа ярҙам күрһәтеү тураһында һүҙ  алып барылды. Беҙ республика Хөкүмәте, бизнес менән хеҙмәттәшлектә зур перспективалар күрәбеҙ. Ипотека  кредитын үҫтереү тураһында ентекле һөйләштек.  Ул халыҡҡа кредитҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирер ине. Дөйөм алғанда иһә, был  торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыуға һәм кешеләрҙең ихтыяҗдарын ҡәнәғәтләндереүгә  булышлыҡ итәсәк. Бының өсөн беҙ республика Хөкүмәте менән берлектә  барыһын да эшләргә әҙербеҙ.  Ҡайһы бер инвестиция проекттары, предприятиеларҙы реконструкциялау буйынса  әүҙем эш алып  барабыҙ. Әммә алда  тағы ла мөһимерәк бурыстар тора, — тип, Президент менән осрашыуҙан һуң үҙ  пландары белән   уртаҡлашты Владимир Черкашин.

Урал Һаҡлыҡ банкыһынан ярҙам алған иң ҙур проекттар Стәрлетамаҡтагы химия производствоһы комплексын  — “Каустик” һәм “Сода” предприятиеларын реконструкциялауға ҡағыла. Банк  цемент етештереүҙе ойоштороуҙа  һәм финанслауҙа ҡатнашты, уларҙы реконструкциялауға зур өлөш индерҙе.

Республиканың агросәнәғәт комплексында ла Урал Һаҡлык банкыһы бер нисә инвестиция проекты буйынса эшләй. Атап әйткәндә, улар — үҫеш алыусы һәм ҡош-ҡорт үҫтереүҙең заманса технологияларын үҙләштереүсе ҡошсолоҡ фабрикалары.

Урал Һаҡлыҡ банкы Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән дә әүҙем эшләй. ӨМЭПБ күп йылдар төрлө проекттар буйынса финанслана. Ҡеүәтле станок комплекстары һатып алына, ҙур экспорт контракттары өсөн аҡса бүленә, был предприятиеға контракттарҙы ваҡытында үтәү мөмкинлеге бирә.

Владимир Черкашин Урал Һаҡлыҡ банкы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге эштәре киләсәктә тағы ла киңәйәсәгенә  ышаныс белдерҙе.