Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Валерий Очиров: «Именлекте тәьмин итеү өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы»

Иҡтисад

— Именлек – аэропорттар эшендә иң ҡәҙерлеһе һәм иң мөһиме. Әммә аэропорт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегендә вайымһыҙлыҡ күренештәре лә күҙәтелә. Һөҙөмтәлә яуыз ниәтлеләр үҙҙәре менән теләгән бер әйберҙәрен алып үткән осраҡтар булғылай, — тип үҙ фекерен белдерҙе Берләшкән милли эшлекле авиация ассоциацияһы президенты, Советтар Союзы Геройы Валерий Очиров «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. – Быға һис тә юл ҡуйырға ярамай. Һәр кем үҙ вазифауи бурысын аныҡ үтәргә тейеш.

«Домодедово» аэропортындағы теракт менән бәйле, Валерий Очиров, именлекте тәьмин итеү өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул иҫәптән аэропорт комплекстарында кешене үтәнән-үтә яҡтыртыусы өр-яңы приборҙар индереү ҙә. Уларҙы индергәндә нимәнелер йәшерен үткәреү бөтөнләй мөмкин булмаясаҡ.

— Бындай ҡорамалдың этикаға тап килмәүе тураһында ҡысҡырыныуҙар урынһыҙ, — тип иҫәпләй Валерий Николаевич. – Кешеләрҙең именлеге тураһында һүҙ барғанда, хис-тойғолар кәрәкмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть