4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2011 йыл, 17:24

Өфөлә Николай Калинушкинға таҡтаташ асылды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә Менделеев урамындағы 138-се йортта Еңеү паркындағы «Ҡайғылы әсә» һәйкәле авторы, билдәле скульптор Николай Калинушкинға таҡтаташ ҡуйылды. Уны рәссамдың тыуған көнөндә, 25  ғинуарҙа астылар.

— Бөгөн Николай Александровичҡа 63 йәш тулыр ине. Ете йыл инде ул беҙҙең арала юҡ, һәм был бик ауыр, — тине скульпторҙың тол ҡалған ҡатыны Марина Калинушкина.

— Әлбиттә, ҡала өсөн ул күп эшләне, һәм ҡаланың уны онотмауы беҙҙең өсөн оло хөрмәт һәм ҙур шатлыҡ. Ул яҡшы атай, дуҫ, уҡытыусы һәм, ғөмүмән, бик изге күңелле кеше булды, шуның менән генә лә ул иҫтәлекле таҡтаташҡа лайыҡтыр, — тине скульпторҙың ҡатыны.

Ғаилә ағзаларынан тыш, таҡтаташ асыу тантанаһына Николай Калинушкиндың дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары, шулай уҡ власть вәкилдәре килде.

Тантананы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирина Мәхмүтова асты.

— Николай Калинушкинға таҡтаташ асыу – рәссамдың таланты алдында беҙҙең баш эйеүебеҙҙе белдерә, — тип билдәләне министр урынбаҫары. Ул шулай уҡ, Николай Калинушкинға һәр ваҡыт юғары гражданлыҡ позицияһы хас булды, ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә булды, тип иҫкә алды.

— Ул үҙ заманында Өфөлә скульптура буйынса төрлө симпозиумдар үткәреү инициаторы булып сығыш яһаны. Бынан тыш, ул оҙаҡ йылдар төбәк Рәссамдар союзына уңышлы етәкселек итте. Һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Акварельная весна» фестивале, Урал баҫма графика триенналеһы кеүек  ҙур сараларҙы Николай Калинушкин ойошторҙо, — тине Ирина Мәхмүтова.

темалар: хәтер